Рәхмәт барығыҙға ла: яҡты доньяларға килтергән атайыма, әсәйемә, ҡәҙерле өләсәйемә, ошо матур көндө килтереү өсөн яу яланында ятып ҡалған ҡартатайыма, ауыр хеҙмәт юлы үтеп, тыныс тормош өсөн ҡорбан булған тыл ветерандары ҡәртәсәйемә, ҡартатайыма, ата- бабаларыма, туғандарыма, ҡайным- ҡәйнәмә, ғаиләмә, күҙ нурҙары- балаларыма... Эшемә, уҡыусыларыма, уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә, коллегаларыма, күршеләремә, дуҫтарыма, таныштарыма, ауыр мәлдәрҙә иң терәүселәргә, йылы һүҙ ҡушыусыларға, шатлыҡ уртаҡлашыу сыларға, алға этәреүселәргә...һәммәгеҙгә лә оло рәхмәт!
11ғинуар - Бөтә донъя Рәхмәт белдереү көнө.
Рәхмәт!
Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.
Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.
…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.
Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.
Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.
Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!
Фирүзә Абдуллина
